Барлык яңалыклар
Кызык-мызык
18 гыйнвар 2022, 12:23

Сәвия МОРТАЗИНА-ВАХИТОВА. "Бодумаешь..." Хикәя-бикәя

"Тулпар"ның хикәя-бикәя конкурсына башкортча язма да килеп төште. Аны оригиналда бирәбез. Борон-боронда, Баймаҡ болондарында, булған бер "баллы бисә" – Баллыталибә. Баллы был бисәнең булған бик баллы бабайы – Баллыталип.  

Сәвия МОРТАЗИНА-ВАХИТОВА. "Бодумаешь..." Хикәя-бикәя
Сәвия МОРТАЗИНА-ВАХИТОВА. "Бодумаешь..." Хикәя-бикәя

Борон-боронда, Баймаҡ болондарында, булған бер "баллы бисә" – Баллыталибә. Баллы был бисәнең булған бик баллы бабайы – Баллыталип. Баллы бабайға, баллы бисәгә бик борондан бирелгән был биләмәләр.
Бабай барымһыҙыраҡ, булдыҡһыныраҡ булһа, Баллыталибә бигерәк "боевой" булған. Бер бармаҡта бер батман балмы, бер биҙерә буҙамы, бер бидон бөрлөгәнме, бер бүкән баланмы – болғай- болғай бара биргән.
Баллыталибә Баллыталиптың булдыҡһыз булыуына бик бошона. Баллыталип бирешеп бармай. Бирешмәй, бошонмай, баш бит Баллыталибәгә, баллы бисәһенен бабайы, берҙән-бере. Баллыталибәне бойһондорған бабай, бик бырылдаһа, бисәһе бик борхотһа, былайыраҡ башлай: "Бына бойду бит, бодумай, Баллыталибәкәй, бисәкәй, бодумает был башың, бәреп-бәреп блакать будешь, беләм, беләм, боздно булыр бит".
Баллыталибә баҙып баҫа: "Бынауындай башты бәрергәме, бәрермен башты, бәрмәй, бодумайҙы бирермен бына".
Болдорҙағы бер бысыраҡ биҙерәне Баллыталиптың башына быраҡтыра. Баллы бабай, башын борорға була, бөгөлөп, болдорҙан бысраҡҡа борхолдап барып бәрелә. Башы, бите батҡаҡҡа буяла. Баллыталип барыбер бытылдауында була: "Бодумай, Баллыталибә, бабайыңдың башы бәрелде, бите бысранды, бодумай, боздно булыр".
Баллыталибә болдорҙан: "Бодумайны белмәйем, боздноны белмәйем, башҡортса бәйәнлә бабаҡайым, башҡортса. Былай, бонимаешь, бельмись".
Баллыталип башын баҫты: "Бодумаешь, башкортса бельмись бит, бына байғош!".

Сәвия МОРТАЗИНА-ВАХИТОВА. "Бодумаешь..." Хикәя-бикәя
Сәвия МОРТАЗИНА-ВАХИТОВА. "Бодумаешь..." Хикәя-бикәя
Автор:Дильбар Сулейманова
Читайте нас: